вторник, 2 декабря 2014 г.

Рәсәй “Көньяҡ ағым” проектын тормошҡа ашырмаясаҡ.


Рәсәй Төркиә ҡулланыусылары өсөн киләһе йылдың 1 ғинурынан газға хаҡтарҙы 6 процентҡа кәметәсәк – был турала Рәсәй президенты Владимир Путин төрөк коллегаһы Рәжәп Таип Эрдоган менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса Анкарала хәбәр итте. Путин “Көньяҡ ағым” проектының туҡталыуы тураһында белдерҙе, сөнки Болгария әле булһа быға рөхсәт бирмәгән. Путин билдәләүенсә, шыйыҡлатылған тәбиғи газ (СПГ) буйынса проекттарҙы тиҙ арала тормошҡа ашырыу иҫәбенә Рәсәй энергоресурстары башҡа баҙарҙарға йүнәлтеләсәк:

Европа, һәр хәлдә Рәсәйҙән, ундай күләмде ала алмаясаҡ. Европаның иҡтисади мәнфәғәттәренә был тап килмәй һәм беҙҙең хеҙмәттәшлеккә зыян килтерә, тип уйлайбыҙ. Әммә был- беҙҙең Европа дуҫтарыбыҙ һайлаған юл. Улар- һатып алыусы, бында иҫ китәрлек бер нәмә лә юҡ.

Мәскәү һәм Анкара Төркиәгә диңгеҙ газ үткәргесе төҙөү хаҡында килеште. Уның ҡеүәте- йылына 63 миллиард кубометр газ булыр тип көтөлә.

Рәсәй һәм Төркиә башлыҡтары Украина хәлдәре тураһында ла әңгәмәләште һәм көрсөктө, Минск килешеүенә таянып, тыныс юл менән хәл итергә кәрәк тигән уртаҡ фекерҙе белдерҙе. Эрдоган һәм Путин Ҡырым татарҙары хәле хаҡында ла һөйләште.

Эрдоган: “Владимир Путиндың был мәсьәләгә ҡарашы ыңғай. Ул Ҡырым татарҙарына уларҙа бығаса бер ҡасан да булмаған хоҡуҡтар тәҡдим итә.”

Ике ил лидеры Сүриә көрсөгөнә лә иғтибарын йүнәлтте. Путин һәм Эрдоган Сүриә мәсьәләһен яйға һалыуға, айырым алғанда, президент Бәшәр Асад роленә төрлөсәрәк ҡарашта, тик уларҙың икеһе лә ил территорияһында хаос булдырмау яғында. Рәсәй һәм Төркиә “Ислам дәүләте” экстремистик төркөмө менән көрәш мәсьәләләре буйынса уртаҡ позицияла тора.



Комментариев нет:

Отправить комментарий