Газға хаҡтар
һәм аҙыҡ-түлек мәсьәләһе- эксперттар
фекеренсә, Рәсәй һәм Төркиә президенттары
араһындағы һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы
шул турала буласаҡ. Рәжәп Тайип Эрдоган
Владимир Путинды үҙенең яңы
резенденцияһында-“Аҡ һарайҙа” ҡабул
итәсәк.
Төрөк яғы газға
ташламалар көтә, шулай уҡ, Көнбайыш
санкцияларынан файҙаланып, Рәсәйгә
аҙыҡ-түлек экспортын арттырырға иҫәп
тота. Ике яҡ та үҙ-ара иҫәп-хисапты милли
валюталарҙа атҡарыу тураһында һөйләшергә
әҙер булыуын белдерҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий