воскресенье, 30 ноября 2014 г.

”Италияның “Төньяҡ лигаһы” фирҡәһе лидеры: “Европа яй ғына үлә.”



Италияның “Төньяҡ лигаһы” фирҡәһе лидеры Маттео Сальвини- француздарҙың үтә уң “Милли фронт” фирҡәһе съезында почетлы ҡунаҡ. “Евроньюс” телеканалы уның менән фирҡә сәйәсәте һәм бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылар хәрәкәтенең үҙәкләштереү яҡлы “Милли фронт” менән альянсы хаҡында әңгәмәләште.

Евроньюс”: “Милли фронт” менән һеҙҙе нимә берләштерә?
Маттео Сальвини: “Сәйәсәтебеҙҙе беҙ уңайлыҡтар өсөн үгәртмәйбеҙ, мин ул турала съезда әйткәйнем ине. Беҙ бойондороҡһоҙлоҡ һәм федерализация яҡлы. Беҙ һәр ерҙә азат кешеләрҙе күрергә теләйбеҙ: Шотландияла, Каталонияла, Ҡырымда һәм Италияның Венето регионында. Марин Ле Пен менән беҙҙе иммиграция һәм һалымдар, ауыл хужалығының үҫеше өсөн көрәш, евроға ҡаршы көрәш, традицион ғаилә ҡиммәттәре өсөн көрәш берләштерә. Әммә уның сәйәси ҡараштары икенсерәк. Дөйөм Европа кимәлендә беҙ картель төҙөргә теләр инек, сөнки Италия яңғыҙ көрәшә алмай. Ул саҡта беҙ һайлаусыларға былай тип әйтә аласаҡбыҙ: әгәр беҙ һайлауҙарҙа еңеп сыҡһаҡ, Брюссель менән хушлашасаҡбыҙ. Беҙ ике евро зонаһы төҙөй алыр инек- береһе иҡтисады көслө булғандар өсөн, икенсеһе көсһөҙөрәк иҡтисадтар өсөн. Беҙ милли валюталарыбыҙға ҡайта алабыҙ. Шуға ышанам: евроның көнө һанаулы. Бөгөнгө Европа яй һәм ҡотолғоһоҙ рәүештә үлә. Беҙҙең яҡлылар бөгөн Лионда йыйылғандан да күберәк булыуын теләйем. Башҡа милләттәр һәм мәҙәниәттәр. Иммиграцияны регулирләү кеүек мәсьәләләләргә уртаҡ ҡарашта булған кешеләр, бөтә мәсьәләләрҙең үҙәгендә банк та, финанс та, бюджет дефициты ла, ЕҮБ (Европа Үҙәк банкы)ла түгел, ә кеше тороуын аңлаған кешеләр.”
Лиондан “Евроньюс”хәбәрсеһе Альберто Филиппис һөйләй:
Съезда ҡатнашыусылар Европаны тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға һәм милли үҙенсәлектәрҙе һаҡларға теләүҙәре тураһында һөйләй. Евроскептиктарҙың идеяларын үтә уң сәйәсмәндәр генә хупламай, был аҙнала Британия премьеры ла ЕС-тан сығыу менән янаны.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий