воскресенье, 30 ноября 2014 г.

Марин Ле Пен үҙ фирҡәһенең съезын һулдар бастионында уҙғара.


 “Милли фронт”ты һайлаусыларҙың күңелдәренә иң яҡын идеяларҙы тыуҙырыусы сағыу фирҡәгә әйләндереү- элек-электән һулдар өсөн тауыш биргән Лионда асылған үтә уңдарҙың съезы ошо маҡсатҡа табан йөҙ тоторға тейеш (ҡайһы бер күҙәтеүселәрҙең фекере буйынса, ул тормошҡа ашҡан да инде). Сара башында- почетлы президент Жан-Мари Ле Пендың сығышы, аҙаҡ идара итеүсе лидерҙың журналистар менән аралашыуы. Марин Ле Пен Европарламентта арҡаҙаштар фракцияһын булдырыу ниәтенең тормошҡа ашмауын аңлата.

Марин Ле Пен,“Милли фронт” фирҡәһе лидеры:

Сит илдәрҙә Францияға ҡарағанда ла әүҙемерәк итеп беҙҙән карикатура яһайҙар. Һөҙөмтәлә кешеләрҙә реаллектән алыҫ булған тәьҫораттар бирлыҡҡа килә. Шуның өсөн дә беҙгә ваҡыт-ваҡыт осрашып торорға кәрәк. Төркөм барлыҡҡа килтереү кәрәклеге хаҡында әйтеп тә тормайым. Беҙгә яҡын блған идеяларҙы яҡлаусы патриотик фирҡәләрҙең тырышлығын координациялау өсөн булһа ла кәрәк был.”

Йәмәғәтселек фекерен асыҡлау маҡсатындағы һорашыуҙар буйынса, Францияла “Милли фронт” популяр була бара. Әгәр ошо йәкшәмбе президент һайлауҙары иғлан ителһә, Мари Ле Пен тәүге турҙа уҡ сәйәсмәндәрҙең барыһын да еңеп сығыр ине.


Комментариев нет:

Отправить комментарий