суббота, 29 ноября 2014 г.

Мысыр: элекке президент Мөбәрәк аҡланды.


Ҡаһирә суды, Мысырҙың элекке президенты Хөсни Мөбәрәкте 2011 йылдың ғинуар революцияһы көндәрендәге 750 кешенең үлемендә ғәйепбе юҡ, тип тапты. Судьялар был эш буйынса хөкөм сығарыуҙан баш тартты һәм асылда ғәйепләнеүсене аҡланы.

Тәүге процесс һөҙөмтәләре буйынса, Мөбәрәк ғүмерлек төрмәлә ултырырға тейеш ине, әммә Мысыр властары уны артыҡ йомшаҡ тип тапты, ә элекке президенттың адвокаттары суд ҡарарына ялыу бирҙе.

Икенсе процесс барышында коррупцияла ғәйепләүҙәр һәм Израилгә газ экспортлау эше буйынса Хөсни Мөбәрәк аҡланды.

Был эштең башҡа фигуранттары ла- уның ике улы, элекке эске эштәр министрлығы башлығы Хәбиб әл-Адли һәм уның юғары пост биләгән 6 хеҙмәткәре лә аҡланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий