суббота, 29 ноября 2014 г.

Франциялағы ташҡындар 4 кешенең ғүмерен өҙгән.


Кәм тигәндә, 4 кеше Францияның көньяҡ-көнсығышындағы ташҡындар ҡорбаны булған, йәнә икәүһе хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Ямғырҙар бында бер нисә аҙна инде туҡтауһыҙ яуа. Вар департаменты башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ зыян күргән, унда ҡайһы бер ҡалаларҙа урамдар, йорттар һыу аҫтында ҡалған. Властар ҡотҡарыу операцияһы үткәрә, уға хәрбиҙәр ҙә йәлеп ителгән. Урындағы халыҡты эвакуациялайҙар, һыу баҫҡан урындарҙан ҡайһы берәүҙәрҙе вертолеттар менән сығарыға тура килә.

Эро департаментында Сериньян ҡалаһы өҫтөнән, бер нисә йортто һәм аквапаркты емереп, ҙур булмаған ҡойон үткән. Зыян күреүселәр хаҡында хәбәрҙәр юҡ.

Йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булғандарҙы спорт залдарына һәм ваҡытлы төйәктәргә урынлаштыралар. Урындағы мәктәптәрҙең береһендә 20-нән ашыу бала китапханала төн үткәрергә мәжбүр булған.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, яҡын арала һауа торошоноң арыуланыуы көтөлмәй. Ҡайһы бер региондарҙа яуым-төшөм менән бергә тиҙлеге сәғәтенә 110 километрға еткән ил дә иҫәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий