Һуңғы
тиҫтә йылдар эсендәге иң көслө ғәрәсәт
Австралияның Брисбен ҡалаһы халҡын
ҡыйыҡһыҙ ҡалдырҙы. Тиҙлеге сәғәтенә
140 километрға еткән ел ҡыйыҡтарҙы алып
бәрҙе, бейек биналарҙың тәҙрәләрен
ватты, бәләкәйерәк самолеттарҙы түңкәрҙе,
ағастарҙы тамырҙары менән йолҡоп
ырғытты.
Электр
тапшырыу линиялары өҙөлөү арҡаһында,
90 мең самаһы йорт утһыҙ ҡалды. Ярты сәғәт
эсендә айлыҡ яуым-төшөм күҙәтелде.
Шаһиттар һөйләүенсә, теннис тубы
ҙурлығындағы боҙҙар ҙа күренгән.
“Бөтә
нәмә юҡҡа сыҡты! Күрәһегеҙме, бөтә нәмә
тиерлек емерелде. Ҡайһы берәүҙәрҙең
ҡорораҡ бүлмәләре ҡалды. Әммә күпселек
салон, йоҡо бүлмәләре, балкондарҙан бер
нәмә лә ҡалманы,”-ти Брисбенда йәшәүсе
Джеймс Марриотт.
Квинсленд
штаты губернаторы хәбәр итеүенсә, 39
кеше тәбиғәт ҡазаһынан зыян күргән,
һәммәһенә лә медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Ғәрәсәт
эҙемтәләрен ликвидациялауға армия
йәлеп ителгән. Властар баһалауы буйынса,
ҡаланы аяҡҡа баҫтырыуға 100 миллион
долларҙан ашыу кәрәк буласаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий