пятница, 28 ноября 2014 г.

Греция: ҡаты экономия сараларына ҡаршы забастовка.


Кесе йома көн Афина урамдарына 30 мең кеше манифестацияға сыҡты һәм Синтагма майҙанындағы парламент бинаһына ҡәҙәр марш менән үтте, Салоникиҙа ла 10 мең кеше ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашты.

Грецияла демонстрациялар сираттағы дөйөм милли забастовка фонында үтә. Бөтә авиарейстар ҙа тиерлек туҡтатылды, тимер юл һәм диңгеҙ бәйләнеше лә эшләмәй. Афиналағы ҡала транспорты ла өҙөклөк менән йөрөй.

Греция халҡы башҡаса түҙә алмай, “өсәү” менән һөйләшеүҙәрҙе туҡтатырға кәрәк,”-ти манифестацияла ҡатнашыусы.

Илемдең бөгөнгө хәлен күреү миңә уғата ауыр. Греция халҡы аяҡҡа баҫырға тейеш.”

Забастовка тәүлек буйы барасаҡ. Ул пенсия реформаһы һәм планлаштырылған эштән ебәреүҙәргә ҡаршылыҡ йөҙөнән иғлан ителгән- былар барыһы ла көрсөккә ҡаршы саралар пакетына индерелгән. “Өс”халыҡ-ара кредиторҙан финанс ярҙамы алыу өсөн, Греция ул аҙымдарға барырға мәжбүр булды.

Демонстрацияның алғы рәтендә- Грецияның иң ҙур профсоюз берләшмәләре һәм һул фирҡәләре активистары.

Бөгөн беҙ бер нәмәне асыҡ күрәбеҙ: Самарас хөкүмәтенең ике йыл ярым буйы алып барған тыңлаусан уҡыусылар стратегияһы беҙҙе 2012 йылға ҡарағанда ла ауырыраҡ хәлгә ҡуйҙы,”-ти илдең төп оппозиция көстәре- СИРИЗА һул радикаль коалиция лидеры Алексис Ципрас.

Манифестанттар 751 евро күләмендәге минималь хеҙмәт хаҡын, эшһеҙлек буйынса пособиеларҙы тергеҙеүҙе һәм минималь пенсияның 600 евро булыуын талап итә.

Греция иҡтисады саҡ ҡына үҫте, әммә илдең күпселек халҡы тормоштоң яҡшырыуын тоймай- уларҙың килеме түбәнәйә, ә эшһеҙлек, рекорд ҡуйып, 25,9 процентҡа етте, шуға күрә илдә көрсөккә ҡаршы сараларҙы тәнҡитләүселәр, уға ҡаршы сығыусылар күбәйә,”-тип һөйләй Афинанан “Евроньюс”хәбәрсеһе Стаматис Яннинис.




Комментариев нет:

Отправить комментарий