пятница, 28 ноября 2014 г.

Грецияның яр буйы һағы 700 легаль булмаған мигрантты ҡотҡарҙы.


Грецияла иң ҙур ҡотҡарыу операцияларының береһе уңышлы тамамланды- яр буйы һағы бәләгә осраған “Барис” йөк судноһын ярға һөйрәтеп сығарҙы. Уның бортында Афғанстан, Сүриә, Ирак һәм Ирандан легаль булмаған 700 иммигрант бар ине. Хәҙер “Барис”Криттағы Иерапетра порты рейдында тора.

Ошо хаҡта Иерапетра ҡалаһының Ҡыҙыл Тәре ойошмаһы президенты Андреас Мамантопулос бына нимә тине:

Һуңғы тиҫтә йылдар эсендәге иң ҙур операция был. Шундайыраҡ хәл 80-се йылдарҙа булғайны. Әлеге операция ярҙамға мохтаж халыҡтың күплеге менән айырылып тора. Уларҙа ҡурҡыныс ауырыуҙар булыуы ла ихтимал- йәмәғәтселекте был бик борсой.”

Ярҙа врачтар иммигранттарға тәүге ярҙам күрһәтте, йоғошло ауырыуҙар булыу-булмауын тикшерҙе.

Ҡотҡарыу операцияһында порт хеҙмәттәренең бер нисә карабы һәм катеры, Грецияның “Идра”хәрби-диңгеҙ көстәре фрегаты ла ҡатнашҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий