четверг, 27 ноября 2014 г.

Европарламент Бәҙрәф декларацияһы иғлан итте.


Европарламент Бөтә Донъя бәҙрәфтәр көнөндә хәжәтханаларын артыҡ биҙәгән байҙар һәм эстеттарҙы бер аҙ шаяртып алды. Комитеттарҙың береһе янына биҙәлгән ҙур унитаз ҡуйылды.

Шунда уҡ депутаттар бындай элементар уңайлыҡтарҙан мәхрүм булған башҡа ярлы региондарҙың халҡын иҫкә төшөрҙө. Британлы Катрин Беардер инициативаһы менән Брюсселдә Европаның туалет декларацияһы ҡабул ителде.

Үҫә барыусы илдәрҙә ҡыҙҙар йыш ҡына мәктәпкә барыуҙан баш тарта, сөнки хәжәтен үтәр өсөн уларға мөмкинлек юҡ, -тине Беардер.-Хатта үҙ йорттары эргәһендә хәжәткә сығыу өсөн урын эҙләгәндә, Һиндостан ҡатын-ҡыҙҙары көсләүгә дусар була, хатта үлтерелә.”

Декларация 2030 йылға сәйәсмәндәрҙе, шәхси секторҙы, коммерция булмаған ойошмаларҙы бар халыҡтарҙы эсәр һыу, санитария һәм гигиена саралары менән тәьмин итеүгә булышырға саҡыра. Таҙалыҡ бөтәһе өсөн хәрәкәте активисы Барбара Фрост был тема хаҡында һөйләшеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала:

Кешеләр санитария, бәҙрәфтәр, кешенең йәшәү эшмәкәрлегендәге ҡалдыҡтар, канализация хаҡында һөйләшергә бик теләмәй,-ти Барбара Фрост.-Әммә көнкүреш мәҙәниәте булмаһа, быға аҡса сарыф ителмәһә, хәйерселекте йолҡоп ташлап булмаясаҡ. Донъялағы 2,5 миллиард кешенең, йәғни һәр өсөнсө кешенең нормаль туалеты юҡ.”

Бәҙрәф декларацияһын баҫтырып сығарыу декабрҙә буласаҡ Евросоюз илдәренең тышҡы ярҙам министрҙарының осрашыуына төбәп эшләнгән. Улар, планетаның артта ҡалған региондары үҫеше буйынса БМО ҡуйған маҡсаттарҙы хәл итеү өсөн, уртаҡ позиция булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк.




Комментариев нет:

Отправить комментарий