Рим
Колизейы стенаһындағы автограф Рәсәй
турисына 20 мең евроға төшкән.
Ҡабарҙы-Балҡарҙан
42 йәшлек Казбек Акаев уҙған йомала
боронғо таштарға “К” хәрефен сыйып
торғанда ҡулға алынған. Уны шартлы
рәүештә 4 ай төрмәгә һәм, реставрация
сығымдарын ҡаплатыу өсөн, штраф түләүгә
хөкөм иткәндәр.
Был
ошо йылда ғына булған Рим империяһы
осороноң данлыҡлы һәйкәле стенаһындағы
5-се вәхшилек күренеше.
Комментариев нет:
Отправить комментарий