четверг, 27 ноября 2014 г.

Климат: 2014 йыл рекорд ҡуя.


1880 йылдан бирле, 2014 йыл иң йылыһы буласаҡ. АҠШ-тың Океан һәм атмосфераны тикшереү милли идаралығы баһалауы буйынса, быйыл глобаль температура XX быуаттың уртаса температураһынан 1,22 градусҡа юғары. Быны Норвегия боҙлоҡтары ла раҫлай: 38-ҙән 33-өнөң һуңғы айҙарҙа күләме кәмегән. Графьелл, мәҫәлән, 2000 йылдан бирле 120 метрға ҡайтыш.

Һуңғы тиҫтә йыл эсендә күҙәтелгән боҙлоҡтар кәмеүе, әгәр оҙайлы перспективала ҡараһаҡ, драматик төҫ ала,”-ти Берген Университеты профессоры Йостен Бакке.

Бондхус Бреен боҙлоғоноң 1981 йылда төшөрөп алынғаны һәм бөгөнгөһө араһында айырма, ысынлап та, ҙур. 2000 йылдан бирле нормаль һәм һалҡын йылдар һирәгәйгән. АҠШ-тың төньяҡ-көнсығышында һалҡындар көсәйеү, Америка эксперттарының фекере буйынса, ҡағиҙәнән ситләшеү генә, сөнки ил территорияһы майҙаны планетаның 2 процентын ғына алып тора. Шул уҡ агенство мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙәге юғары температуралар океандың йылы ағымына бәйле. 

Мароккола 30-ҙан ашыу кеше -ҡойма ямғырҙарҙан һуң башланған ташҡындар ҡорбаны.

Европала, айырым алғанда -төньяҡ Италияла, күп һанлы ҡойма ямғырҙар кешеләрҙең үлеменә сәбәпсе булған. Эксперттар быны Урта диңгеҙҙәге аномаль юғары температура менән бәйләй.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа беҙ атмосфераға сығарып ташлаған бысраҡтар ошо быуат уртаһында температураны 1,5 градусҡа күтәрәсәк,-ти Бөтә Донъя банкының климат үҙгәреүе мәсьәләләре буйынса вәкиле Рейчел Кайт.-Беҙ быны үҙгәртә алмайбыҙ тиерлек, шуға күрә уға яраҡлашырға, сыҙамлылыҡты арттырырға ғына ҡала.”

Бразилияның Сан-Паулу штаты иһә ҡоролоҡтан яфа сигә. Эксперттар фекеренсә, был- дымды кәметеүгә алып килгән Амазония урмандарын ҡырыу эҙемтәһе.

Азия-Тымыҡ океан регионындағы ҡойма ямғырҙар, океандарҙың юғары температураһы һәм Калифорниялағы ҡоролоҡ глобаль һауа шарттары дисбалансы картаһын тулыландыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий