среда, 10 декабря 2014 г.

Төрмәнән байрам күмәстәре.


Аш ярҙамында ир-ат йөрәгенә генә түгел, енәйәтселекте кәметеүгә юл табырға мөмкин. Һәр хәлдә “Джотто” кооперативында шулай уйлайҙар. 10 йыл элек был кооператив Италияның Падуйя төрмәләренең береһендә икмәкхана асты. Италияның төньяҡ-көнсығышындағы тап ошо ҡалала данлыҡлы рәссам Джоттоның яҡшы һаҡланған фрескаларын күрергә мөмкин.

Урындағы тотҡондар Раштыуы осоронда 70 000 “панеттоне” кексын бешерә, аҙаҡ улар ил эсендәге 200 магазинда һатыла, хатта Ватиканға ла оҙатыла.

Кооператив башлығы һүҙҙәре буйынса, “тотҡондар күҙгә күренеп үҙгәрә, иректә улар һымаҡ эшһөйәрҙәрҙе тиҙ генә таба ла алмайһың, улар хатта үҙ бәҫен белеп, үҙ-үҙенә хөрмәт менән ҡарай башлай, хеҙмәт хаҡын йыйып, ғаиләләренә ебәрә.”

Бындай программа булған Падуяға эләгеп ооттом. Хәҙер минең профессиям бар, мин яңы һөнәргә эйә булдым,”-ти икмәк бешереүсе тотҡондарҙың береһе.

Падуйя төрмәһендәге 800 тотҡондоң 150-һе хеҙмәт хаҡы түләү ҡаралған ошондай проекттарҙа ҡатнаша. Улар араһында колл-үҙәк, сумаҙандар һәм велосипедтар етештереүсе фабрика ла бар.


Джотто” кооперативы дирекцияһы һүҙҙәре буйынса, уларҙың программаһында ҡатнашыусыларҙың рецидив проценты бөтә илдәге уртаса 70 процент менән сағыштырғанда 1-2 генә. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий