среда, 10 декабря 2014 г.

АҠШ: Үҙәк разведка идаралығындағы язалауҙар хаҡында отчет баҫылып сығыр алдынан хәүефһеҙлек саралары көсәйтелгән.


Үҙәк разведка идаралығы агенттарының һорау алыу методтарына ҡағылышлы отчеты баҫылып сығыр алдынан АҠШ сит илдәрҙәге вәкиллектәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтә.

Аҡ йорт матбуғат сәркәтибе Джош Эрнст һүҙҙәре буйынса, “Бөтә донъялағы вәкиллектәрҙә именлекте гарантиялау өсөн, администрация билдәле саралар күрҙе. Әммә эшмәкәрлегебеҙ үҙе үк шуны күрһәтә: отчеттың йәшерен булмаған мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарыуҙы хуплайбыҙ.”

Сенат комиссияһы отчеты 6 мең самаһы биттән тора. Уның 480 биттән торған ҡыҫҡа резюмеһы ғына донъя күрәсәк.

Документ терроризмда шик аҫтына алынған һәм ҡулға алынған террористарға ҡарата ҡулланылған язалауҙарҙы ентекләп һүрәтләүҙән ғибәрәт, тип иҫәпләйҙәр.
Бынан тыш һүҙ “осоусы төрмәләр”-сит илдәрҙәге тотҡондар хаҡында ла барасаҡ.

Вашингтонда, ентекле бындай мәғлүмәттәрҙе баҫтырыу сит илдәрҙә Америкаға ҡаршы, АҠШ-тың үҙендә хөкүмәткә ҡаршы кәйефтәрҙең тоҡанып китеүенә алып килеүе мөмкин, тип уйлайҙар. Шуға күрә лә ҡайһы бер сәйәсмәндәр был документтарҙы халыҡҡа сығарыуға ҡаршы булды.







Комментариев нет:

Отправить комментарий