вторник, 9 декабря 2014 г.

Израиль парламенты таралды.


Израиль парламенты дүшәмбе көн таралырға ҡарар итеүе хаҡында закон ҡабул итте. Ваҡытынан алда үтәсәк һайлауҙар 17 мартҡа тәғәйенләнгән. Йәһүд дәүләтенең көрсөккә килеп терәлеүе 2 декабрҙә, кабинет башлығы Беньямин Нетаньяху финанс министры Яир Лапид һәм юстиция министры Ципи Ливниҙы- идара итеүсе коалицияның ике үҙәк фирҡә лидерҙарын отставкаға ебәрергә ҡарар иткәс мәғлүм булды.

Нетаньяху һүҙҙәре буйынса, улар кабинетҡа ҡаршы эш иткән, шуға күрә әлеге хөкүмәт ил менән идара итерлек хәлдә түгел.

Ципи Ливни, “Еш Атид” фирҡәһе башлығы быға шулай тип яуап бирҙе:

Премьерҙың ҡабул иткән ҡарары уның үҙ кабинеты министрҙарынан ҡурҡыуы тураһында һөйләй. Улай икән, был һайлауҙар- премьерҙың үҙен алмаштырыуға һәйбәт шанс.”

Әлеге Израиль хөкүмәте власта 2013 йылдан бирле. Был - Беньямин Нетаньяхуның өсөнсө кабинеты. Уның дүртенсе мандатҡа шансы бар, әммә бының өсөн уң “Ликуд” фирҡәһенә коалиция буйынса яңы союздаштар табырға тура киләсәк.

Кнессетҡа сираттағы һайлауҙарҙы 2017 йылда үткәрергә планлаштырғайнылар.







Комментариев нет:

Отправить комментарий