Испания
короле кейәүен 15 йылға төрмәгә ултыртыуҙары
ихтимал- бындай яза биреүҙе Урдангарин
контроле аҫтындағы Noos фонды
эшмәкәрлеге тураһында 500 битлек документ
әҙерләгән прокурор Педро Оррач
талап итә.
Прокурорҙың
фекере буйынса, директорҙар советы
фондына инһә лә, Урдангариндың хәләл
ефетенең- принцесса Кристинаның- иренең
коррупция эшмәкәрлегенә ҡыҫылышы юҡ.
Шишәмбе
көн үк документ рәсми рәүештә Noos
эшен алып барыусы судьяға
тапшыраласаҡ.
Иньяки
Урдангарин коммерция булмаған был
ойошмаға 2000 йылдар аҙағынан алып
етәкселек иткән. Ғәйепләүсе яҡтың фекере
буйынса, фонд региональ властарға
альтернативаһыҙ нигеҙҙә артыҡ юғары
хаҡҡа хеҙмәт күрһәткән. Шул рәүешле
алынған килем Урдангарин һәм уның
партнерҙары контроле аҫтындағы фирмалар
иҫәбенә күсерелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий