понедельник, 8 декабря 2014 г.

Ван Гог картиналары тәүҙә ниндәй булған?


Ван Гог картиналарындағы төҫтәр үҙҙәренең сағыулығын юғалтҡан, был бигерәк тә ҡыҙыл төҫкә ҡағыла. Ғалимдар буяуҙарҙың ҡартайыуы хаҡында һөйләй. Улар Ван Гог ҡулланған үҙенсәлекле төҫтәрҙе белергә теләй. Амстердамдағы реставрация үҙәге уның эскиз һәм картиналарын тикшерә, реставрациялай.

Эксперт: “Беҙ, үткәндәргә ҡайтып, уларҙың тәүҙәге хәлен күрергә теләйбеҙ, икенсенән, эшебеҙҙең киләсәккә ниндәй йоғонто яһауын да белгебеҙ килә.”

Белгестәр әйтеүенсә, Париж осорондағы Ван Гогтың байтаҡ картиналары элекке реставрациялар ваҡытында дөрөҫ булмаған лак менән ҡапланған, унан ҡотолоу ифрат ҡатмарлы буласаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий