Алексис
Ципрас етәкселегендәге грек оппозицияһы
байрам итә. Радикаль һул көстәр коалицияһы
ваҡытынан алда һайлауҙар үткәрергә
теләй ине, ул быға иреште. Дүшәмбе көн
Греция парламенты тауыш биреүҙең һуңғы-
өсөнсө этабында ла президентты һайлай
алманы. Конституция буйынса, илде
ваҡытынан алда дөйөм һайлауҙар көтә,
ул 25 ғинуарҙа булыр тип күҙаллана.
Премьер-министр
Антонис Самарас парламент алдында сығыш
яһаны, ул, иҡтисади һәм сәйәси көрсөк
буҫағаһына барып аумаҫ өсөн, реформаларҙы
дауам итергә кәрәклеген белдерҙе.
СИРИЗА
коалицияһы еңгән осраҡта, Грецияның
еврозонанан сығыуы хаҡында һөйләшеүҙәр
яңынан башланыуы ихтимал. Бынан тыш
СИРИЗА халыҡ-ара “өсәү” кредиттарының
бер өлөшөн иҫәптән сығарыу һәм ҡаты
экономия сараларынан баш тартыу яҡлы.
Парламенттың
президентты һайлай алмауы хаҡындағы
хәбәр фонд индекстарының түбәнәйеүенә
килтерҙе: биржала Греция компанияларының
акциялары 11 проценттан ашыуға аҫҡа
тәгәрәне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий