1997
йылдар башында экрандарға ғәҙәти
булмаған йән эйәләре хаҡында “Телепузиктар”
сериалы сыҡты. Өлкәндәргә был телешоу
сәйер тойолдо, ҡайһы берәүҙәр хатта
уның авторҙары фантазия тыуҙырыусы
тыйылған матдәләр ҡулланған тип шикләнде.
Әммә төрлө ил балалары “Телепузиктар”
тормошон ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Иң
яҡты персонажды- бәпәй йөҙлө Ҡояшҡайҙы-
бер йәшлек ҡыҙыҡай уйнаны. Ошо көндәрҙә
өлкәнәйгән ҡыҙ хаҡында йәнә мәғлүмәт
күренде һәм барыһы ла элекке телеэфир
йондоҙоноң тормошо хаҡында белде.
Уйнаған
һәм онотҡан.
Джессика
Смит үҙенең төп ролен бәпәй сағында
уйнаған. 1996 йылда улар әсәһе Энжи менән
бала табыу йортонда булғанда, уларҙың
палатаһына кастинг буйынса менеджер
ингән. Бер нисә фотоһүрәт яһаған да юҡҡа
сыҡҡан.
Джессикаға
9 ай булғас инде, уларҙы киноға төшөрөргә
саҡырғандар. Оператор ҡыҙҙың атаһы
Биллға Джесстың кадрҙа көлөргә, йылмайырға
тейешлеген аңлатҡан. Был эш 20 минут
ваҡытты алған.
Билл
ҡыҙын бейек ултырғысҡа ултырҡан, ә үҙе
ҡаршыһына иҙәнгә тубыҡланған
Баланың
ата-әсәһе гонорар-250 фунт, ә Джесс
уйынсыҡтар алған. Джессҡа йәш ярым
тулғас, экрандарға шоуҙың тәүге эпизоды
сыҡҡан, шунда ғына ҡыҙҙың ата-әсәһе
хаҡты бер аҙ осһоҙораҡ ҡуйғанын аңлаған.
Тимер Йосопов
Комментариев нет:
Отправить комментарий