среда, 31 декабря 2014 г.

Оптимистик драма.


...Яңы иҡтисад. Әлбиттә, 1998 һәм 1999 йылдар мөғжизәһенкөтөргә кәрәкмәй. Әммә позитив тенденциялар бар: алдын-артын уйламай корпоратив бурысты арттырыу туҡталды. Бының өсөн яңы сәйәси хәлдәргә һәм санкцияларға ысын күңелдән рәхмәт әйтергә кәрәк. Һуңғы тиҫтә йыл эсендә онотолған “экономия,” “нәтижәлелек” тигән һүҙҙәрҙе Рәсәйҙең корпоратив донъяһы, шул иҫәптән дәүләт компанияларының иҫкә төшөрөүе лә яҡшы.

Рәсәй иҡтисады эшкә һәләтле булыуына тесты 2015 йылда түгел, 2016 йылда үтәсәк. Элекке резервтар иҫәбенә 2015 йыл, бәлки, тыныс та үтер, ә 2016 йылда тотороҡло үҫеште тәьмин итеү өсөн, Рәсәй иҡтисадының яңы халәттә булыуы кәрәк. Әлбиттә, Рәсәй “иҡтисады капитандары”ның күпселеге аристократтар хроникаһы персонаждарына әүерелде һәм ҙур “батырлыҡтарға” һәләтле түгел, ләкин яңы сәйәси хәлдәрҙең мәғәнәһе лә шунда: ул яңы милек эйәһенә ихтыяжды формалаштыра. Яңы милек эйәһе, ғәҙәти бизнес-тусовканы ҡыҫырыҡлап, үҙенә урын яулаясаҡ, был иһә етди сәйәси саҡырыу буласаҡ.

Әгәр әйләнеп ҡараһаң, шуны аңлайһың: 2014 йыл “нимә хаҡында” түгел, ә “ни өсөн.” 2013 йылда уҡ йәмғиәт төрлө кимәлдәрҙәге үҙгәрештәргә, ҡуҙғалыштарға мохтаж ине. Классик буйынса, “өҫтәгеләр ялҡауланды, ә аҫтағылар ялҡты.” Был ихтыяжға кемдер атланырға тейеш ине. Власть төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән субъектив сәбәптәр арҡаһында ла, беренсе булып эш башларға мәжбүр булды, шулай ҙа 2014 йылдың ғинуарында ул аныҡ ҡына билдәле түгел ине әле. Тик яңы сәйәси контекст булдырып, власть, бәлки, быны бик аңлап та етмәйенсә, үҙен “иҫкесә” көн күреү мөмкинлегенән мәхрүм итте.

Властың үҙгәрергә тейешлеге- 2014 йылдың төп нәтижәһе, 2015 йыл ҡуйған төп талап. 2014 йылда Рәсәй торғонлоҡтан сыҡты. Был ифрат яҡшы. Был тәүге аҙым ғына. Киләһе аҙымдар күпкә талапсаныраҡ һәм ауырыраҡ буласаҡ.

Дмитрий Евстафьев политолог

Комментариев нет:

Отправить комментарий