четверг, 1 января 2015 г.

"Сеньянг” Филиппинды һәм Малайзияны һыуға батырҙы.


 “Сеньянг” тропик штормы тыуҙырған ташҡындар арҡаһында, Филиппинда, кәм тигәндә, 53 кеше һәләк булған, йәнә 10 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Ул архипелагҡа дүшәмбе көн ябырылған. Урындағы властар эвакуация иғлан иткән, әммә күпселек халыҡ киҫәтеүгә ҡолаҡ һалмаған- йорттарын ҡалдырып китергә теләмәгән. Һөҙөмтәлә күптәр бүленеп ҡалған. Юлдар һыу аҫтында, ә был ҡотҡарыу хеҙмәттәренең эшен ҡатмарландыра.

Шишәмбе, 30 декабрь көндө, диңгеҙ ҡойоно Малайзияға барып еткән һәм ил төньяғындағы 367 йортто емергән Һәләкәт зонаһынан 250 мең кеше эвакуацияланған. Властар ҡаза хаҡында һуң иғлан иткән, шуға күрә һыу баҫҡан ҡасабаларҙа 20-нән ашыу кеше һәләк булған.

Малайзиялағы ташҡындар һуңғы 30 йыл эсендәгеләрҙең иң ҡеүәтлеһе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий