Италия
президенты Джорджо Наполитано, ил
премьер-министры Маттео Ренциҙы ҡатмарлы
хәлгә ҡуйып, үҙенең халыҡҡа Яңы йыл
мөрәжәғәтендә отставкаға китергә
ниәтләүен раҫланы.
“Мин
республика президенты һәм дәүләт башлығы
посынан төп законыбыҙға ярашлы рәүештә
китергә уйлайым,-тип белдерҙе 89 йәшлек
Д.Наполитано.-Аңлатам: был ҡарарҙы ҡабул
итеүем оло йәштә булыуыма һәм конститцион
бурыстарҙы үтәүҙең даими арта барған
ҡатмарлыҡтарына бәйләнгән. Был ябай
булмаған роль Италия республикаһы
вәкиллегенең халыҡ-ара ареналағы
функцияһы менән дә ҡатмарлана.”
Отставка
формаль рәүештә Европа Советында Италия
рәйеслеге тамамланған көндә-14 ғинурҙа
рәсмиләштерелер, моғайын. Италияла
дәүләт башлығы сәйәси флангалар өсөн
компромисс фигура булып тора, яңы
президентты тәғәйенләү процесы хөкүмәт
башлығы өсөн ҡатмарлы бурысҡа әйләнеүе
ихтимал.
Автор: Артём Асланьян
Комментариев нет:
Отправить комментарий