пятница, 2 января 2015 г.

Интернетта Сүриәлә аманатлыҡҡа алынған итальян ҡыҙҙары менән видео пәйҙә булды.


Интернетта аманатлыҡҡа алынған ике итальян ҡыҙының мөрәжәғәте менән видеояҙма пәйҙә булды. Ҡыҙҙар, үҙҙәре һөйләүенсә, Сүриәлә урланған һәм уларға ҙур хәүеф янай.

Яулыҡ ябынған ҡара мосолман кейемендәге ҡыҙҙар, Раштыуаға ҡәҙәр азат итеүҙәрен һорап, инглиз телендә Италия хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Ҡыҙҙарҙың береһе 2014 йыл 17 декабрь тигән яҙмалы ҡағыҙ тотоп тора.

Белгестәр видеоның ысынмы-бушмы икәнлеген тикшерә. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, был ҡыҙҙар- хәйриә ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре. Уларҙы йәй үк урлағандар. Видеоны интернетта урынлаштырған кеше ғәрәп журналисы булыуы ихтимал.

Италияның сит ил эштәре министрлығында әлегә быға аңлатма биреүҙән баш тарттылар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий