Фәләстин
автономияһы башлығы Мәхмүт Аббас, БМО
Именлек советы Фәләстинды бойондороҡһоҙ
дәүләт сифатында таныуҙан баш тартып
бер тәүлек үткәндән һуң, халыҡ-ара 20
килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Фәләстиндарҙы үҙ
сафына алған ойошмаларҙың береһе-
Халыҡ-ара енәйәт суды.
Израиль
премьер-министры Биньямин Нетаньяху
был хәлгә шундай комментарий бирҙе:
“Халыҡ-ара
енәйәт суды, беҙҙең уйыбыҙ буйынса, ике
йөҙлө позицияһы өсөн, Фәләстин
автономияһына теркәлергә ризалыҡ
бирмәҫкә тейеш, Фәләстин -дәүләт түгел,
“Хамас” террористары менән хеҙмәттәшлек
иткән ойошма, ул хәрби енәйәттәр эшләй.
Израиль иһә- юғары моралле армияһы
булған, халыҡ-ара хоҡуҡтарға хөрмәт
менән ҡараған, закон буйынса эш итеүсе
ил.”
Фәләстин
позицияһы яғын Израиль менән һөйләшеүҙәрҙә
Фәләстин делегацияһына етәкселек иткән
Сәиб Эрекат белдерҙе:
“Фәләстин-
оккупацияланған дәүләт. Фәләстин беҙ
ҡул ҡуйған бөтә резолюцияларҙағы һәм
килешеүҙәрҙәге барса халыҡ-ара
йөкләмәләрҙе үтәй. Беҙ Ядро ҡоралын
таратмау тураһындағы килешеү, Халыҡ-ара
енәйәт суды менән бергә бөтә халыҡ-ара
институттарға инергә теләйбеҙ.”
Халыҡ-ара
енәйәт суды геноцид мәсьәләләре һәм
хәрби енәйәттәр буйынса ҡарар сығара.
Израиль орган булараҡ милли суверенитеттарҙы
сикләүсе бындай суд идеяһын ҡабул
итмәүсе дәүләттәр иҫәбенә инә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий