суббота, 3 января 2015 г.

Австралия: янғындарҙы ауыҙлыҡлап булмай.


Австралия властары ҡитғаның көньяғында ҡоторонған янғындарҙы ауыҙлыҡлай алмай. Властар һуңғы 30 йыл эсендәге иң ҡурҡыныс ут стихияһы хаҡында һөйләй һәм регион халҡын йорттарын ташлап китергә саҡыра.

Ҡотҡарыусылар Аделаиданың төньяҡ- көнсығышындағы әрәмәлектәрҙе уттан һаҡлап алып ҡала алмаясаҡ. Властар региондан китергә теләмәгәндәрҙе көсләп эвакуацияларға йыйыныуҙары һәм хәүефле зонаға берәүгә лә инергә рөхсәт итмәйәсәктәре хаҡында белдерә.

Джей Визерил, Көньяҡ Австралия премьер-министры:

Мин Көньяҡ Австралияның Лофти Ренджес тауы районда йәшәүсе граждандарға мөрәжәғәт итергә теләр инем. Беҙгә иҫ киткес ҡурҡыныс янғындар янай. Ғүмеребеҙ хәүеф аҫтында. Һәммәгеҙҙе лә уттан ҡотолоу сараһын күреүегеҙҙе һорайбыҙ.”

Бер нисә көн рәттән һауа температураһы 40 градусҡа ҡәҙәр күтәрелде, уттың таралыуына көслө ел дә булышлыҡ итә.

2009 йылда Австралияның көньяғындағы әрәмәлектәрҙең яныуы 173 кешенең ғүмерен өҙҙө һәм 2 меңгә яҡын йортто һәләк итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий