воскресенье, 4 января 2015 г.

Итальянса забастовка.


Яңы йыл алдынан урындағы полицейскийҙарҙың ҡапыл ауырып китеүе Рим властарын шаңҡытты. Маттео Ренци хөкүмәте алып барған хеҙмәт реформаһы сәйәсәте менән риза булмаған полицейскийҙар берҙәм рәүештә ҡан биреү пунктына юл тота һәм законлы рәүештә ауырығанлыҡ ҡағыҙы ала. 31 декабрҙә тәртип һаҡсыларының 83 проценты эшкә сыҡмай. Яңы йыл төнөндә ҡала хәүеф аҫтында ҡала. Бәхеткә күрә, байрамдар тыныс үтә.

Рим вице-мэры асыулы, ул тикшереү талап итә һәм хеҙмәткәрҙәренә санкциялар менән янай:

Беҙ ул төндә булған һәр ваҡиғаны айырым тикшерәсәкбеҙ. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле, концертҡа ярты миллиондан ашыу кеше килде, йәштәр Яңы йылды күңелле итеп үткәрергә теләй ине. Һис яраған эш түгел был.”

Үҙ сиратында премьер Маттео Ренци Twitterҙа хеҙмәт дисциплинаһына етди иғтибар бирергә, ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырырға һәм дәүләт секторындағы хеҙмәт ҡануниәтен ҡатыландырырға вәғәҙә бирҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий