среда, 17 декабря 2014 г.

АҠШ Рәсәйгә яңы санкциялар менән янай.


АҠШ президенты Барак Обама аҙна аҙағына ҡәҙәр Рәсәйгә ҡарата яңы санкциялар индереү һәм Украинаға хәрби ярҙам күрһәтеү хаҡындағы законға ҡул ҡуйырға ниәтләй. Аҡ Йорт үҙенең белдереүендә был ҡарарҙың Рәсәйҙең Украина территорияһындағы эшмәкәрлеге менән бәйле булыуын хәбәр итә. АҠШ фекере буйынса, санкциялар Рәсәй иҡтисадына зыян һала һәм уны донъянан айырыуға булышлыҡ итә.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығында Обама планына комментарий бирергә теләмәнеләр, үҙ фекерен улар закон үҙ көсөнә ингәс кенә әйтәсәк.

Был геосәйәсәт. Ҡайһы бер кешеләрҙең фекере буйынса, санкциялар- көсһөҙлөк, асыу билдәһе, ә был сифаттар сәйәсмәнде биҙәмәй. Мин бер нәмәгә инанғанмын: Рәсәй бирешмәйәсәк, көсәйә генә барасаҡ. Беҙҙең тарихта күпкә насарыраҡ мәлдәр булды,”-тип белдерҙе Лавров.

Европа Берләшмәһе иһә, Донбасс конфликтын Украинаның суверенитетын һәм бөтөнлөгөн һаҡлап хәл итеү өсөн, барыһын да эшләйәсәк. Үҙенең Киевҡа тәүге визиты барышында был турала Европа дипломатияһы башлығы Федерика Могерини белдерҙе.

Украина президенты Петр Порошенко һәм Федерика Могерини фекере буйынса, Украинала тыныслыҡ булдырыуҙың берҙән-бер юлы- Минск килешеүенең бөтә пункттарын да үтәү.

Бынан алда Петр Порошенко хәбәр итеүенсә, Донбасста иғлан ителгән “тынлыҡ режимы” үтәлә башлаған, шишәмбегә ҡаршы төндә тәүге тапҡыр атыштар булмаған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий