вторник, 16 декабря 2014 г.

Пакистан мәктәбендә теракт: тиҫтәләрсә бала һәләк булған.


Шишәмбе көн Пакистан Пешаварында, кәм тигәндә, 6 боевик хәрби хеҙмәткәр балалары уҡыған мәктәпкә һөжүм иткән. Бина эсендә 500 самаһы уҡыусы, уҡытыусы булған. Теракт өсөн яуаплылыҡты “Тәхрик-и-талибан Пакистан” хәрәкәте үҙ өҫтөнә алған. Экстремистар һөжүмде терроризмға ҡаршы операциялар барышында үҙҙәренең ғаилә ағзаларын үлтереүҙең “ҡоһорон ҡайтарыу” тип атаны.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 100 самаһы кеше- теракт ҡорбаны, шуларҙың 80-дән ашыуы- балалар, тиҫтәләрсә кеше тән йәрәхәттәре алған. Ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Террористарҙың нисә кешене аманатҡа алыуы аныҡ ҡына билдәле түгел.

Теракт имтихандар барған саҡта булған. Хәҙер Пакистандағы барса белем биреү учреждениелары көслө һаҡ аҫтында.

Төньяҡ Вәзиристанда ярты йыл инде махсус хәрби операция бара, уның һөҙөмтәһендә 2000 самаһы боевик юҡ ителгән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий