Эстония
полицияһы Таллинда итальян журналисын,
элекке евродепутат Джульетто Кьезаны
сәбәбен аңлатмайынса ҡулға алған. Ул
һаҡ аҫтында 4 сәғәт ултырған.
Кьезаға
Эстонияға юл ябыҡ булыуы хаҡында хәбәр
иткәндәр һәм илдән сығып китергә
ҡушҡандар.
Журналистың
фекере буйынса, ул сәйәси ҡараштары
өсөн нон-грата персонаһына әйләнгән.
Кьеза оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә эшләгән,
Көнбайыштың Рәсәйгә ҡарата сәйәсәтен
тәнҡитләүсе булараҡ билдәле, НАТО-ның
көнсығышҡа ынтылыуына ҡаршы сыға,
Украиналағы ваҡиғаларға ла үҙ ҡарашы
бар.
Таллинда
Кьеза “Импрессум” медиа-клубындағы
конференцияла “Европаға
Рәсәйҙән ҡурҡырға кәрәкме?”тигән темаға
сығыш яһарға уйлаған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий