вторник, 16 декабря 2014 г.

Журналистарҙы ҡулға алыу: Эрдоган ЕС-ты ҡыҫылмаҫҡа саҡырҙы.


Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Евросоюзды илдең эске эштәренә ҡыҫылмаҫҡа, үҙ донъяһын ҡайғыртырға саҡырҙы. Бындай белдереүҙе ул дүшәмбе көн, дәүләткә ҡаршы ҡоротҡослоҡ эшләүҙә шик аҫтына алынған журналистарҙы ҡулға алыуҙары өсөн Брюссель Анкараны тәнҡитләгәс яһаны.

Көн элгәре төрөк полицияһы 27 кешене, “параллель дәүләт” активистары тип иғлан итеп, һаҡ аҫтына алды. Улар араһында популяр “Заман” гәзитенең баш редакторы, журналистар бар.

Европа союзының беҙҙең сараларға ҡыҫылырға хаҡы юҡ,-тип белдерҙе Эрдоган.- Төркиәнең именлек көстәре законға таянып эш итә, ул саралар милли именлеккә янаусыларға ҡаршы йүнәлтелгән. Евросоюз иһә үҙ эштәре менән мәшғүл булһын.”

Бынан алда Евроберләшмәнең төрлө структура вәкилдәре төрөк властарын демократик йәмғиәттең нигеҙе булып торған һүҙ азатлығын боҙоуҙа ғәйепләп сыҡты.

Төркиәлә фекер азатлығы һәм матбуғат азатлығы проблемаһында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ,-тине Европарламент башлығы Мартин Шульц.-Гези паркында прессаға ҡаршы рейдтарҙы күреп, беҙ шаҡ ҡаттыҡ. Ә хәҙер хөкүмәтте тәнҡитләгән киң мәғлүмәт сараларына ҡарата яңы һөжүмде күрәбеҙ. Беҙҙе был бик борсой. Хәлдәр хәүефле юлға төшә барыу хаҡында һөйләй был, беҙ уны а иғтибар үҙәгендә тоторға тейеш.”

Төрөк властары илде дәүләт түңкәрелешенән йолоп ҡалыуҙары хаҡында һөйләй, журналистарҙы, полицейскийҙарҙы һәм башҡа ҡулға алынғандарҙы хөкүмәткә ҡаршы булған, АҠШ-та йәшәүсе ислам динен таратыусы Фәтхулла Гөллөн етәкселек иткән “Хеҙмәт” хәрәкәте яҡлылар тип атай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий