суббота, 6 декабря 2014 г.

Франция һары өсмөйөш билдәһенә ҡаршы сыҡты.


Һары өсмөйөш билдәһе Франция халҡының асыуын ҡабартты. Йәмәғәтселек баҫымы аҫтында Марсель властары социаль проекттан баш тартырға мәжбүр булды, уның буйынса асарбаҡтар түштәрендә һары өсмөйөш йөрөтөргә тейеш ине. Карточкала кешенең шәхесен асыҡлаусы һәм уның ауырыуҙарына ҡағылышлы мәғлүмәттәр яҙылған.

Эшһеҙ: Миңә бармаҡ төртөп күрһәтеүҙәрен теләмәйем. Унһыҙ ҙа быны эшләйҙәр. Ә хәҙер был нәмә килеп сыҡты. Беҙ ҡайҙа барабыҙ ул? Беҙ ҡайҙа барабыҙ?

Күптәр бында нацистарҙың йәһүдтәрҙе һары төҫтәге Дауыт йондоҙо билдәһен тағырға мәжбүр итеүе менән оҡшашлыҡ күрҙе. Властар иһә урамдарҙа асарбаҡтарға ярҙам итеүсе социаль хеҙмәткәрҙәр эшен еңеләйтергә иҫәп тотҡайны.

Ксавье Мери, Марсель мэры урынбаҫары:

Был мине аптырашта ҡалдырҙы. Маҡсатыбыҙ- күбеһенең документтары урланған асарбаҡтарҙы урамдарҙа тиҙ генә табыу ине. Улар был карточканы алыуҙары мөмкин йәки баш тартыуы мөмкин. Миңә ҡалһа, күптәре бының менән ҡәнәғәт.”


Йәмғеһе 300 шундай карточка таратылған. Тик хәҙер бындай практиканы туҡтатҡандар. Һары өсмөйөштө алып ташлап, карточканы ҡайтанан эшләүҙәре лә ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий