суббота, 6 декабря 2014 г.

Австралияла штормдар. Филиппинға диңгеҙ ҡойоно яҡынлаша.


Австралияның Сидней ҡалаһында йома көн көслө йәшен ҡоторҙо. Шторм арҡаһында 100-ҙән ашыу йорт зыян күрҙе. Өс көн инде бында көслө ел иҫә, ҡойма ямғырҙар яуа. Уындағы киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 7 меңдән ашыу кеше утһыҙ ултыра. Австралияның метеорология бюроһы белгестәре халыҡты шәмбе шторм һәм борсаҡ яуыу ҡурҡынысы хаҡында киҫәтте.

Ноябрь аҙағында Австралия Брисбенына ҡеүәтле штром ябырылып, бер нисә тиҫтә кеше зыян күргәйне.

Филиппин властары иһә, “Хагупит”(“Ҡамсы”) диңгеҙ ҡойоно яҡынлашыуы сәбәпле, яр буйы райондарынан халыҡты эвакуациялай. Тиҫтәләрсә мең кеше йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булды. Филиппиндар һыу һәм аҙыҡ-түлек запастары туплай.

Хәбәр итеүҙәренсә, тайфун бер аҙ көсһөҙләнгән, тик ул барыбер әле хәүеф тыуҙыра. Властар әлеге циклон бер йыл элек ябырылған “Хайян”тайфуны юлынан үтер тип көтә. “Хайян” ул саҡта 7 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙөп, 4 миллион кешене ҡыйыҡһыҙ ҡалдырғайны.



Комментариев нет:

Отправить комментарий