Мәскәүҙә
Франция һәм Рәсәй президенттары Олландтың
һәм Путиндың алдан планлаштырылмаған
осрашыуы булды. Ҡазахстанға визиттан
һуң ҡайтышлай Олланд Мәскәүҙә туҡтарға
ҡарар иткән. Владимир Путин уны Внуково-2
аэропортында ҡаршы алды һәм уларҙың
һөйләшеүе шунда үтте. Улар Сүриәләге
халдәр, Ирандың ядро программаһы, Киевтың
Донбассты иҡтисади блокадала тотоуы
хаҡында әңгәмәләште.
“Минең
уйымса,-тине Франсуа Олланд,-беҙҙе айырып
торған стеналарҙан һаҡланырға тейешбеҙ.
Ябай булмаған был мәлдә беҙ бөтә
кәртәләрҙе алып ташларға һәм мәсьәләләрҙе
хәл итеү юлын табырға тейеш.”
“Прблемалар
ҡатмарлы,-тине үҙ сиратында Владимир
Путин,-тик барыбер беҙҙең дискуссиялар
ыңғай һөҙөмтә бирә. Мин ышанам: һеҙҙең
ҡыҫҡа ғына эш сәфәрегеҙ күп проблемаларҙы
хәл итеү өсөн файҙалы буласаҡ.”
6
декабрҙә Украина Ҡораллы көстәр көнөн
байрам итте. Киевта Крещатик урамы
буйлап терроризмға ҡаршы тип аталған
операцияла ҡатнашыусы 12-се батальон
марш менән үтте.
Украина
президенты Петр Порошенко 9 декабрҙә
Минскиҙа Донбасс хәлдәренә бағышланған
контакт төркөмөнөң сираттағы осрашыуы
буласағын белдерҙе.
Көн
элгәре ОБСЕ Украина көнсығышында ваҡытлы
килешеүҙең йыш боҙолоуы тураһында хәбәр
итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий