воскресенье, 7 декабря 2014 г.

АҠШ: раса дискриминацияһына ҡаршы акциялар.


АҠШ-та өсөнсө көн рәттән ҡара тәнле американлыларҙың үлеменә алып килгән полицияның үтә ҡаты ҡыланыуына ҡаршы манифестациялар үтә.

Нью-Йоркта ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар үҙәк майҙандарҙа йыйылды. Тиҫтәләрсә кеше, Бишенсе авенюлағы “Эппл” магазинына инеп, полиция ҡорбандарын һүрәтләп, иҙәндәргә һуҙылып ятты. Нью-Йоркта йәмәғәтселек тәртибен боҙған өсөн ике көн эсендә 300-ҙән ашыу кеше һаҡ аҫтына алынды.

Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар һөйләй:

Беҙҙең тауышты ишетәсәктәр! Иң төп нәмәне еткерә алыуыбыҙға ышанабыҙ: полиция башбаштаҡлығына нөктә ҡуйылырға тейеш. Бөгөн үк! Полицияның аяуһыҙлығы етер. Раса дискриминацияһы мәсьәләһе генә түгел был, социаль ғәҙеллек мәсьәләһе лә.”

Эрик Гарнер, Майк Браун һәм бик күп ҡорбандар менән булған хәлдәргә ҡаршылығыбыҙҙы белдерәбеҙ. Беҙ ғәҙел хөкөм талап итәбеҙ. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Артабан былай дауам итергә тейеш түгел.”

Акциялар Бостон, Чикаго, Вашингтон, Кливленд, Майами һәм АҠШ-тың башҡа ҡалаларында үтә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий