воскресенье, 7 декабря 2014 г.

Греция һәм Төркиәнең өсөнсө юғары хеҙмәттәшлек советы ултырышы.


Афинала Греция һәм Төркиәнең өсөнсө юғары хеҙмәттәшлек советы ултырышы булды. Уның эшендә премьер Әхмәт Дауыт улы етәкселегендәге төрөк хөкүмәте ҡатнашты.

Һөйләшеүҙәр барышында Төркиә премьер-министры Греция менән берҙәм энергия системаһын төҙөүҙең мөһимлеген билдәләп үтте. Ул яҡын арала Кипр мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башлауға өмөт белдерҙе.

Матбуғат конференцияһында Греция премьеры Антонис Самарас, айырым алғанда, былай тине:

Беҙҙең ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекер айырымлыҡтары барлығы билдәле. Беҙ был фактты тулыһынса таныйбыҙ, әммә үҙ-ара хөрмәткә нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр булдырырға ынтылабыҙ.”

Күрше дәүләттәрҙә фекер айырымлыҡтары булыуы мөмкин. Был мөһим түгел, был айырымлыҡтарға беҙҙең ҡарашыбыҙ мөһим,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әхмәт Дауыт улы.

Афинанан хәбәрсебеҙ бына нимә ти:

Ике яҡ та Кипр мәсьәләһенә ҡараштар төрлөлөгөн таныһа ла, һөйләшеүҙәрҙең был раундын күтәренке нотала тамамларға тырыштылар. Ике ил араһындағы көсөргәнешлелекте кәметергә һәм иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтергә тейешле вағыраҡ башланғыстар хаҡында ла иғлан ителде.”






Комментариев нет:

Отправить комментарий