воскресенье, 7 декабря 2014 г.

Италия: Рим властары ҡасаҡтар иҫәбенә кеҫә ҡалынайтҡан.


Йома кис тиҫтәләрсә кеше, коррупция һәм мигранттарға, ҡасаҡтарға тәғәйенләнгән аҡсаны үҙләштереүгә ҡыҫылышы булған баш ҡала властары араһында “ҙур таҙартыу” ойоштороуҙы талап итеп, Рим муниципаль советы бинаһы алдында пикет ойошторҙо.

Рим мэры Иньяцион Марино шик аҫтына алынған кешеләр менән бергә фотоларға эләккән, тик ул был ғауғаға ҡыҫылышы барлығын танымай.

Фотола күренгән кешеләр менән минең бер ниндәй ҙә эшлекле бәйләнештәрем, бер ниндәй ҙә осрашыуҙарым булманы,”-тип белдерҙе Иньяцио Марино.

Уға ҡәҙәр был вазифаны биләгән Джанни Аллемано иһә йөҙҙән ашыу мэрия чиновнигы һәм сәйәмәндәр менән бергә суд тикшереүе аҫтында. 37 кеше ҡулға алынған. Уларҙы ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү һәм Римда урынлаштырыу менән бәйле подрядтар ярҙамында кеҫә ҡалынайтыусы енәйәтсел селтәр төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Был маҡсатҡа дәүләт 2014 йылда 35 миллион евро һәм баш ҡала мэрияһы 7 миллион бүлгән.

Ғәйепләнеүселәрҙең береһе, телефон аша һөйләшкәндә, был эшмәкәрлектең “наркотиктарға ҡарағанда күберәк килем килтереүе” тураһында әйткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий