среда, 7 января 2015 г.

Мишель Уэльбек: 2022 йылда Францияла президент-исламист буласаҡ.


Мишель Уэльбектың яңы “Күндәмлек” романы шаулы бәхәстәр тыуҙырҙы. Китап кәштәләрендә әле ул урын алмаған, әммә Амазон интернет-магазинында тәүге юлды биләй. Сәйәси антиутопия жанрында яҙылған романда иң популяр француз яҙыусыһы Елисей һарайына, 2022 йылдағы һайлауҙарҙа, милләтселәр лидеры Марин Ле Пенды еңеп, президент-исламист килеүен юрай. Имеш дәүләттең яңы башлығы Францияла һәм аҙаҡ бөтә Европала исламды тарата башлаясаҡ.

Асыуҙары килгән мосолман ойошмалары Уэльбекты дини берлекте мыҫҡыл итеүҙә һәм раса күрә алмаусанлығын тоҡандырыуҙа ғәйепләй. Романдың исеме лә, уларҙың фекеренсә, ҡотҡо һала: “ислам” һүҙе ғәрәп теленән ''күндәмлек,” “буйһоноусанлыҡ” тип тәржемә ителә.

Француздарҙың ”Франс-2” телеканалын алып барыусы яҙыусыға шундай һорау бирҙе:

Ул үҙенең китабын Марин Ле Пенға Раштыуа бүләге тип иҫәпләмәйме?”

Был уға кәрәкмәй,-тине Уэльбек.- Эштәре унһыҙ ҙа шәп бара. Китап уның яҙмышында нимәнелер үҙгәртә алыр тип уйламайым. Тарихты үҙгәртерҙәй бер генә романды ла хәтерләмәйем. Тарихты башҡа нәмәләр үҙгәртә: эссе, Коммунистар фирҡәһе манифесы йәки шуға оҡшаш нәмәләр, тик романдар түгел.”

Дини күрә алмаусанлыҡта ғәйепләүҙәрҙе Уэльбек кире ҡаға, үҙе әйтеүенсә, уның китабы (һуңғы 4 йыл эсендәге тәүге китабы) мосолмандарға ҡаршы йүнәлтелмәгән, ул исламдың радикаль күренештәренә ҡаршы. Француз әҙәбиәтенең “ҡурҡыныс балаһы” (“анфан террибль”) данын алған яҙыусы йыш ҡына ислам хаҡында зәһәр һүҙҙәр ысҡындырыуы менән билдәле.



Комментариев нет:

Отправить комментарий