среда, 7 января 2015 г.

Мысыр президенты тәүге тапҡыр Раштыуаға сиркәүгә килде.


Раштыуаны 7 ғинуарҙа Мысыр христиандары- ҡыптыйҙар(копты) ҙа байрам итә. Байрам ғибәҙәтендә тәүге тапҡыр ил президенты ла булды- шишәмбе кис Әбдел Фаттах ас-Сиси Ҡаһирәнең Изге Марк сиркәүендә ғибәҙәт ҡылырға килеүселәрҙе ҡотланы.

Мысырҙың 8 миллион ҡыптыйы өсөн был визит һәйбәт билдә: һуңғы ваҡыт дини мәсьәләне экстремистар бик әүҙем файҙалана, дини әҙселекте тәшкил итеүсе христиандар ҡыйырһытылыуҙарға зарлана.

Дини нигеҙҙәге бәрелештәр йышайҙы, өс йыл элек Яңы йыл төнөндә Александрия сиркәүҙәренең береһе янындағы терактта 24 ҡыптый һәләк булды һәм был фажиғә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Бөтәһе лә яҡшы, тыныслыҡ хөкөм һөрә, тиергә була, әммә ҡурҡыу беҙҙең эргәлә,-ти Изге Марк сиркәүенә ғибәҙәткә килеүсе.-Әлегә бер көйө йәшәйбеҙ. Бер ҡараһаң, теракт ойошторғанда, террористар христинмы, мосолманмы- ҡарап тормай.”

Быйылғы йылда ҡайғы, күҙ йәштәре булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Һәммәбеҙ өсөн дә ул ҡыуаныслы булһын.”

Ҡаһирәнән “Eвроньюсхәбәрсеһе тапшыра:


Һәр йыл һайын Мысыр христиандары Раштыуа ғибәҙәтенә, яңы йыл алдағыһынан арыуыраҡ, тыныс, хәүефһеҙ булыр, һөжүмдәр туҡталыр тип, өмөтләнеп килә. Күп һанлы проблемаларға ҡарамаҫтан, Мысыр именлекте, тотороҡлоҡто ҡайтанан тергеҙергә тырыша.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий