Шәмбе
көн Индонезия һәм Рәсәй белгестәре
Малайзияның һәләкәткә осраған AirAsia
аэробусының ҡойроҡ өлөшөн
37 метр тәрәнлектән “Крест Оникс”
судноһы палубаһына күтәреү буйынса
уникаль операция үткәрҙе. Водолаз эштәре
менән рәсәйлеләр шөғөлләнде.
Лайнер
ҡойроғон һыуҙан ҡеүәтле кран һәм һауа
баллоны ярҙамында сығарҙылар. Малайзия
белгестәре самолет өлөшөн тикшерҙе,
әммә үҙяҙма унда табылманы. Эксперттар,
“ҡара йәшник”тәр лайнер ҡойроғо
табылған урындан бер километрға арттараҡ,
тип фараз итә.
Бөгөнгө
көндә Индонезия ҡотҡарыусылары һәләкәткә
осраған самолеттың 48 пассажирын һыуҙан
табып сығарҙы. Белгестәр фекеренсә,
ҡорбандарҙың күбеһе авиалайнер
корпусында.
Комментариев нет:
Отправить комментарий