воскресенье, 11 января 2015 г.

Яҡын Көнсығыш: бәпәйҙәр һәләк була.


Яҡын Көнсығышта көн боҙолоуы арҡаһында, Газа секторында 2 бала һәләк булған- улар туңып үлгән.

Тиҫтәләрсә йортто һыу баҫҡан. Газа секторында меңдәрсә фәләстин һалҡындан, ташҡындарҙан ҡасып, БМО мәктәптәрендә төйәкләнергә мәжбүр. Уҙған йылғы Израиль һәм Хамас араһындағы хәрби конфликт ваҡытында йорттарынан яҙған 17 мең самаһы кеше элеккесә мәктәп кластарында көн күрә.

Газа секторындағы ферма хужалары уңыштарын һаҡлап ҡалырға тырыша.

Ҡар бураны һәм ямғырҙар Иорданиялағы сүриәләләрҙең Заатари лагеры ҡасаҡтарының йәшәү шарттары хөртәйткән. Ташҡындар сәбәпле, 300 самаһы кеше хәүефһеҙерәк урындарға эвакуацияланған. Ҡасаҡтар, палаткаларын ташҡындан һаҡлап ҡалыу өсөн, барыһын да эшләй.

Иордания властары мәғлүмәттәре буйынса, илдә сүриәлеләр- 1,4 миллион, шуларҙың 80 меңе Заатари лагерында.





Комментариев нет:

Отправить комментарий