воскресенье, 11 января 2015 г.

Тариҡ Рамаҙан: “ислам- Европа дине.”


Францияла ла, бөтә донъяла ла күп мосолман ойошмалары Париждың “Шарли Эбдо” сатирик аҙналағы редакцияһындағы ҡанлы ҡырылышты ғәйепләп сыҡты. Ҡораллы һөжүм 7 ғинуар иртәһендә булды. 12 кеше үлде. Улар иҫәбендә- билдәле карикатуристар һәм “Шарли Эбдо”ның баш редакторы. Был ҡорбандар һаны буйынса ярты быуат эсендәге иң ҙур теракт.

Париждың Дранси ҡасабаһы имамы Хәсән Шалғуми (заманында ул республикала пәрәнжә бөркәнеп йөрөүҙең мәғәнәһе юҡ тине) “Шарли Эбдо” бинаһы янында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды. Шалғуми властарҙы мосолман йәштәрен радикалләштереүҙе туҡтатыуға бөтә көстө һалырға саҡырҙы:

Террористар ни өсөн беҙҙең йәштәрҙе файҙалана? Был бит үҙ иленә ҡаршы көрәшкән француз йәштәре. Улар йыһатсылар сифатында Малиға китте, хәҙер Сүриәлә һәм башҡа ерҙәрҙә...Һәр кем үҙ зонаһындағы яуаплылыҡты күрергә тейеш...Граждандар йәмғиәте лә, сәйәсмәндәр ҙә, судьялар ҙа...Быларҙы булдырмау өсөн улар әҙ эшләй.”

Париждың баш мәсете ректоры Дәлил Әбүбәкер терактты “варварлыҡ,” “һуғыш иғлан итеү” тип атаны һәм Франция мосолмандарының быға асыуҙары килеүен белдерҙе.

Ошо ваҡиғаларға бәйле euronews журналисы ислам буйынса абруйлы белгес Тариҡ Рамаҙан менән осрашты.

Изабель Кумар, euronews:
-Ябай ғына һорау: ни өсөн был йәш кешеләр кеше үлтерергә булған?

Тариҡ Рамаҙан:
-Сәбәптәр күп, тип уйлайым. Шуларҙың береһе- исламды аңлауҙа йәки исламдың асылын боҙоп аңлатыуҙа. Мәҫәлән, йыш ҡына беҙ Сүриәнән, Ирактан, аяуһыҙ экстремистик төркөмдәрҙән шундай трактовка ишетәбеҙ: мосолмандар хаҡлы, ҡалғандар барыһы ла- Көнбайыш, Франция йәки АҠШ беҙгә баҫым яһай. Был дөрөҫ фекер түгел.

Еuronews:
-Ҡайһы берәүҙәр Франциялағы интеграция процестарының барып сыҡмауы хаҡында һөйләй. Был фактор терактҡа ниндәй кимәлдә юл ярған?

Тариҡ Рамаҙан:
-Булып үткән ваҡиғалар мосолмандарҙың интеграция проблемаһы менән бәйле тип уйламайым. Күпселек, француз мосолмандарының, Европа мосолмандарының күпселеге йәмғиәттең бер өлөшөнә әйләнде. Көнбайышта әҙселекте тәшкил иткәндәрҙең барыһы ла ваҡиғаға кире ҡарашта. Был ғәҙәттән тыш хәл, ул оҙайлы интеграция процесы менән ярашмай. Тарихи күҙлектән ҡарағанда, мосолмандар- Европаның, Көнбайыш йәмғиәтенең бер өлөшө. Был- тормошҡа ашҡан факт, шуға күрә ҡайта-ҡайта ул мәсьәләгә яңынан тотонорға кәрәкмәй.

Euronews:
-Франция расизм арта барған илме?

Тариҡ Рамаҙан:
-Юҡ, мин бындай дөйөмләштереүҙәргә һәм белдереүҙәргә ҡаршы. Франция- расистик ил түгел, шулай ҙа расистар унда бар.
Euronews:
-Хәҙер һеҙ Британияла йәшәйһегеҙ. Мосолман общиналарына ике илдә ниндәй ҡараш йәшәй?
Тариҡ Рамаҙан:
-Бөгөн беҙ милләттәргә бәйләнмәгән күренеште күрәбеҙ. Германияла ла, Белгияла ла, Францияла ла, Ҡушма Короллектә лә (ундағы “Бөйөк Британия бойондороҡһоҙлоғо фирҡәһе” менән) Европаға исламдың сит булыуын раҫлап, иммигранттарҙы һәм мосолмандары ғәйепләү тенденцияһы көс ала. Мин төптө быға ҡаршы, тағы ла бер тапҡыр әйтәм: ислам- Европа дине, Көнбайыш донъяһы дине. Әгәр беҙ киләсәкте бергәләп төҙөргә теләйбеҙ икән, бының менән иҫәпләшергә тура киләсәк.

Euronews:
-Террористарҙың төп маҡсаты- йәмғиәтте тарҡатыу, исламдан ҡурҡылыҡ яһау, ҡараштарҙы артабан радикалләштереү икәнлеге менән һеҙ килешәһегеҙме?

Тариҡ Рамаҙан:
-Эйе, улар исламға ҡарата ҡурҡыу тыуҙырырға, дошманлыҡ атмосфераһын ҡуйыртырға, өмөтһөҙлөк тыуҙырырға тырыша. Бына ни өсөн беҙ бергәләп эш итергә тейеш, бына ни өсөн мин планетаның бөтә мосолмандарына мөрәжәғәт итәм: кәйеф ҡоло булмағыҙ, ҡасмағыҙ, күләгәгә китмәгеҙ, йәмғиәттәге ағымдың үҙәгендә булығыҙ, һөйләгеҙ! Тирә-яҡта булғандарҙы өнһөҙ генә ғәйепләүселәр исеменән һөйләгеҙ.

Euronews:
-Ислам бөгөн хәүефле үҙгәрештәргә дусар, унан бик ҡурҡыныс дини йүнәлеш бүленеп сыға. Нисек уйлайһығыҙ, был тенденция һаҡланырмы икән?

Тариҡ Рамаҙан:
-Нимә булырын беҙ белмәйбеҙ. Ғөмүмән һеҙ күп мосолмандарҙың инаныуҙарына тап килмәгән тар ағым хаҡында һөйләйһегеҙ.

Euronews:
- Тик ул киңәйә бит...

Тариҡ Рамаҙан:
-Киңәйә, тик маргинал булып ҡала. Киң мәғлүмәт сараларында 90 % осраҡта мин исламға хас булмаған нәмәләр хаҡында һөйләйем. Ислам нимә ул, дини кешеләрҙе берләштергән уның ҡиммәттәре, рухи яғы ниндәй- был темаларға сығыш яһарға мине саҡырмайҙар. Мине оборона позицияларына оҙаталар. Ә һеҙ шәхсән үҙегеҙ хәүеф тыуҙырмайһығыҙмы? Ә ниңә һеҙ минең йәмғиәткә нимә бирә алыуымды белгегеҙ килмәй? Көнбайышта мосолмандарҙы ике яҫылыҡта күҙ алдына килтерәләр: йә булмаһа улар ғәфү үтенергә, йә булмаһа үҙен яҡларға тейеш. Беҙ үҙебеҙҙе улай ҡабул итергә тейеш түгел. Мин һеҙҙең кеүек үк Көнбайыш кешеһе. Мин- дөйөм киләсәгебеҙҙең мосолмандарға ҡараған бер өлөшө.




Комментариев нет:

Отправить комментарий