понедельник, 12 января 2015 г.

Ҡунаҡханалар йондоҙҙарҙы ярым айға алмаштыра.


Рәсәй мөфтөйҙәр советы “Хәләл”стандартын раҫланы. Ул шәриғәт нормаларына ярашлы үҙ стеналарында мосолмандарҙы ҡабул итергә теләгән ҡунаҡханалар өсөн ҡағиҙәләр булдырҙы. Номерҙарҙа Ҡөрьән, намаҙлыҡтар ятасаҡ, килеүселәргә хәләл ризыҡ тәҡдим ителәсәк һәм ҡибла тарафын күрһәтеүсе тамғалар буласаҡ. Хәҙер үк тиҫтәнән ашыу Рәсәй ҡунаҡханаһы “Хәләл”хеҙмәттәрен сертификациялауға заявка бирҙе.
Рәсәйҙә ҡунаҡхана һәм туристар сегментында “Хәләл” хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләрен регулирләүсе тәүге стандарт раҫланған. Был турала дүшәмбе көн Рәсәй мөфтөйҙәр советы матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Ҡунаҡханаларҙа ислам динендәге ҡунаҡтарға хәләм ризыҡ тәҡдим ителәсәк. Ә Рамаҙан айында ифтар һәм сәхәр өсөн мөмкинлектәр буласаҡ.
Ошо талаптарҙы үтәгән хәлдә, ҡунаҡхана хәләл хеҙмәттәр күрһәтеүгә сертификат һорай ала. Документты әҙерләүселәр шуға ышана: был яңылыҡтар Рәсәйҙә мосолмандар өсөн турист бизнесын әүҙем рәүештә үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөн Рәсәйгә туристар күпләп килә. Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан, Ҡытайҙан килеүселәр арта,-тип һөйләй “Газета.Ru”ға Рәсәй мөфтөйҙәр советы рәйесе урынбаҫары Рушан Аббасов.-Рәсәйҙә ул хеҙмәттәрҙе күрһәтеү потенциалы бар. Ҡунаҡханалар быға өлгәшә ала. ”
Рәсәй мөфтөйҙәр советы рәйесе һүҙҙәре буйынса, стандарттарҙа күрһәтелгәндәр сәйәхәт итеүсе мосолманға Аллаһ менән бәйләнеште өҙмәҫкә мөмкинлек бирәсәк. Былар иһә, уның әйтеүенсә, Рәсәй ҡунаҡханаларын халыҡ-ара кимәлгә күтәрәсәк:
Донъяның күп кенә күренекле ҡунаҡханаларында Библия һәм Ҡөрьән бар.”
Аббасов һүҙҙәре буйынса, әлеге мәлдә һүҙ “Хәләл” хеҙмәттәрен күрһәтеү хаҡында бара, йәғни булған ҡунаҡханалар был хеҙмәттәрҙе күрһәтеү өсөн шарттар булдыра ала.
Мосолман общиналары үҙҙәренең айырым ҡунаҡханаларын төҙөүҙе планлаштырмай, артабан, бәлки, ул булыр. Мәҫәлән, мин барған Ҡытай ҡалаларының береһендә ҡунаҡхана мәсет янында ине. Ул дини ойошма милке булып тора, алынған килем община ихтыяждарына тотола.”
Ҡасан да булһа айырым хәләл ҡунаҡханалар барлыҡҡа килһә, уларға традицион “йондоҙҙар” түгел, “ярым ай” биреләсәк. Бөтә шәриғәт ҡанундары ла үтәлһә, ҡунаҡханаға “биш ярым ай”биреләсәк.
Әле Рәсәйҙә ҡунаҡтарҙы шәриғәт нормалары буйынса ҡабул иткән өс ҡунаҡхана бар: береһе Ҡазанда, икәүһе Мәскәүҙә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий