вторник, 13 января 2015 г.

Мысыр суды Мөбәрәктең коррупция хаҡындағы эшен ҡайтанан ҡараясаҡ.


Мысырҙың кассация суды шишәмбе көн илдең элекке президенты Хөсни Мөбәрәктән һәм уның улдарынан коррупция эше буйынса апелляция ҡабул итте һәм суд ҡарарын ҡайтанан ҡараясағы хаҡында белдерҙе. Һүҙ “Президент һарайҙары хаҡындағы” эш тураһында бара. Мөбәрәкте һәм уның улдарын президент һарайҙарын реставрациялауға бүленгән аҡсаларҙы үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр.

Үткән йылдың майында Мысыр Ғәрәп Республикаһының элекке президенты 3 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне, ә улдары- 4 йылға.

Хөкөм ҡарарының ғәмәлдән сығарылыуына элекке дәүләт башлығының туғандары ла, Мөбәрәк үҙе лә ныҡ һөйөндө. Әлегә шуныһы ғына аңлашылмай: эш судта ҡайтанан ҡаралғанға саҡлы Мөбәрәкте иреккә сығарырҙармы-юҡмы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий