среда, 14 января 2015 г.

Джорджио Наполитано- Италияның ҡайтанан һайланған берҙән-бер президенты.


2013 йылдың 22апрелендә Джорджио Наполитано президент сифатында присяга ҡабул иткәйне- шул рәүешле ул Италияның ҡайтанан һайланған берҙән-бер дәүләт башлығы булды. Ә шунан бер нисә көн алда президент һайлауҙарының 5 турында ла парламент илдең төп посын биләрҙәй кешене таба алмай.Ул саҡта 87 йәшлек Наполитано, үҙе әйтеүенсә, “милләт алдындағы яуаплылыҡты тойоп,” үҙ кандидатураһын тәҡдим итә.

Тәүге тапҡыр Италия президенты булып Наполитано 2006 йылдың 10 майында, тауыш биреүҙең дүртенсе турында һайлана. Уның ике президент срогында ла хөкүмәт һәм парламент көрсөктәре, евро зонаһында етди проблемалар булып тора. Наполитаноға йыш ҡына, ҡатылыҡ, һығылмалылыҡ күрһәтеп, ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә һәм ул Италияның сәйәси тотороҡлолоҡ гаранты булып ҡала.

Наполитано Неаполитания университетын тамамлай, хеҙмәт хоҡуғы тарихы буйынса специалләшә. Ҡаршылыҡ Хәрәкәтендә ҡатнаша. Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, Италия Коммунистар фирҡәһенә инә. 1953 йылдан алып, 40 йылдан ашыу Италия парламентының Депутаттар палатаһында Неаполь вәкиле була, ә 1992-1994 йылда уға етәкселек итә. 1996 йылда премьер Романо Проди уны эске сәйәсәт ведомствоһы башлығы итеп ҡуя.

Наполитаноның Европа парламентындағы карьераһы ла уңышлы: ул 1989 йылда һайланып, бында 1992 йыл ҡәҙәр була, 1999 йылда 5 йылға йәнә Страсбургҡа ҡайта.

2005 йылда президент Карло Чампи тарафынан ғүмерлек сенатор итеп тәғәйенләнгән Джорджио Наполитано бер йылдан һуң президент булып китә. Президент ҡына түгел, Италия дәүләт башлығы булып һайланған тәүге элекке коммунист һәм донъяла иң оло йәштәге дәүләт башлығы. Ул саҡта Наполитаноға 80 йәш була һәм ваҡыт үҙен һиҙҙерә: Трент ҡалаһы университетының почетлы профессоры исемен тапшырыу тантанаһында, уның хәле хөртәйә.

Джордж Наполитаноның ике президент мандаты дауамында, премьер-министр посында 5 кеше алмашына. Иң ҡатмарлы мөнәсәбәттәр Сильвио Берлускони менән була; сәйәси ҡараштар, характерҙар төрлөлөгө- ҡаршылыҡтар төрлө яҡлап тыуып тора. 2011 йылда тап Наполитано Берлускониҙы отставкаға ебәреүгә өлгәшә һәм, премьер посына Марио Монтиҙы тәҡдим итеп, күҙәтеүселәр билдәләүенсә, “һуғыштан һуңғы Италияла иң ҡатмарлы сәйәси комбинацияны” тормошҡа ашыра.

Яңы йыл телмәрендә, отставкаһы хаҡында иғлан итеп, 89 йәшлек Наполитано Рим католик сиркәүенә мөрәжәғәт итә. Ул Папа Францисктың кешеләр менән сауҙа итеү һәм легаль булмаған иммиграция проблемаларына бәйле йәмәғәтселек фекерен мобилизациялауға һалған көсөн хуплай.


Джордж Наполитано отставкаға китеүен Италияның Евросоюздағы рәйеслеге тамамланыуға тура килтерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий