среда, 14 января 2015 г.

Аҡ йорт киберһөжүмдәргә ҡаршы саралар ҡабул итә.


Хакер һөжүмдәренән һуң, Аҡ йорт АҠШ Конгресы ҡарамағына киберһөжүмгә ҡаршы һәм Америка компьютер селтәрҙәрен, бигерәк тә стратегия йәһәтенән мөһим объекттарҙа ҡулланылғандарын яҡлау буйынса көрәш законы проектын тапшырҙы.

Президент Барак Обама шишәмбе көн АҠШ-тың милли именлек министрлығында сығыш яһап, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алды: уның администрацияһы Вашингтон мәнфәғәттәренә ҡаршылыҡ тыуҙырыусы был проблемаға оло иғтибар бирергә ниәтләй.

Кисә генә хәрби Twitter һәм You Tube биттәре киберһөжүмгә дусар булды. Хәрби операцияларға ул йоғонто яһаманы һәм, беҙгә билдәле булыуынса, конфиденциаль мәғлүмәттәр асылмаған. Әммә тикшереү бара. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: киберһөжүмдәр -кисемәҫтән хәл итеүҙе талап иткән актуаль проблема,-тине Обама.

Дүшәмбе көн “Ислам дәүләте” төркөмө исеменән сығыш яһаған хакерҙар Twitterҙағы АҠШ Ҡораллы көстәре Үҙәк командованиеһының аккаунтын ватҡан һәм унда пропаганда лозунгыларын һәм янауҙарын ҡалдырған. Youtube видеохостингыһындағы Үҙәк командование каналы ла емерелгән.

Декабрҙә КХДР лидеры Ким Чен Ынға сатира булып торған “Интервью” фильмын прокатҡа сығарырға йыйынған Sony Pictures киностудияһы һөжүмгә дусар булғайны. Хакерҙар, йәшерен мәғлүмәттәрҙе урлап, прокатҡа сыҡмаған фильмды һәм компания етәкселегенең хатлашыуын селтәргә ҡуйған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий