Ирактағы
һуғыштың башланыу сәбәптәренә һәм Бөйөк
Британияның унда ҡатнашыуына бәйле
хөкүмәт тикшереүе һөҙөмтәләре
майҙағы парламент һайлауҙарына ҡәҙәр
халыҡҡа сығарылмаясаҡ- сэр Джон Чилкот
етәкселегендәге бойондороҡһоҙ комиссия
докладты баҫтырып сығарыуҙы йәнә
кисектерҙе.
Был
турала Чилкот премьер-министр Дэвид
Кэмеронға яҙған хатында хәбәр итте.
Хөкүмәт башлығы урынбаҫары Ник Клегг
отчетты баҫтырыуҙы һуҙыуҙы “аңлайышһыҙ
хәл” тип атаны- Британия ҡаҙнаһы бит
был тикшереү эшенә 12 миллион евро
түләгән.
Иракта
һәләк булған 179 һалдаттың ғаиләһе лә
асыулы:
“Дөрөҫөн
әйткәндә, минең өмөтөм өҙөлдө. Хурлыҡ
был! Балаларын юғалтҡан күпме ғаилә
көтә ул докладты. Беҙ ул битте бер нисек
тә ябып ҡуя алмайбыҙ.”
“Мин
һөйләшкән бөтә әсәләр ҙә, был эште йомоп
ҡалдырырға уйлайҙар, тип шөбһәләнә.
Бөтә документтар, бөтә кәрәкле мәғлүмәттәр
улар ҡулында, ә улар һуҙалар ҙа һуҙалар.
Хәҙер халыҡта шундай һорау тыуа башланы:
“Беҙҙән нимәне йәшерәләр? Йәмәғәтселеккә,
һәләк булғандарҙың ғаиләләренә нимә
хаҡында һөйләргә теләмәйҙәр?”
Күптәрҙең
фекеренсә, ҡарар сығарыуҙы һуҙыу тикшереү
барышында исемдәре сыҡҡан билдәле
кешеләр мәнфәғәтендә эшләнә.
Бөйөк
Британия Ирак һуғышына Тони Блэр
етәкселегендә лейбористар идара иткән
саҡта- 2003 йылда ҡушылды. Әммә Блэр
докладты баҫтырыуҙы һуҙыуға ҡыҫылышы
булыуын ҡырҡа инҡар итә, тикшереү
һөҙөмтәләре тиҙерәк донъя күрергә
тейеш тип иҫәпләй.
Чилкот
комиссияһы тәфтишләүҙе 2009 йылда башлаған.
Йомғаҡлау доклады шундай һорауға яуап
бирергә тейеш: “Тони Блэрҙың Ирак
һуғышына ҡушылырға ҡарар итеүе нигеҙле
булғанмы?”
Документты
2014 йылда уҡ баҫтырып сығарырға вәғәҙә
биргәйнеләр, ләкин аҙаҡ 2015 йылдың
апреленә күсерҙеләр. Хәҙер британлылар
уны апрелдә лә күрә алмаясаҡ. Властар
әйтеүенсә, бойондороҡһоҙ комиссияның
тикшереү эшенә ҡыҫылырға уларҙың хоҡуғы
юҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий