пятница, 23 января 2015 г.

Украина хәрбиҙәре Донецк аэропорты өҫтөнән контролде юғалтты.


Украина Донецк аэропортын юғалтыуын таныны. Ул турала Украина Ҡораллы көстәре генштабының рәсми вәкиле хәбәр итте.

 Бындағы иҫке һәм яңы терминал тулыһынса емерелгән. Украинаның 16 хәрби хеҙмәткәре әсирлеккә эләккән.

Өс йыл элек Донецк ҡалаһының халыҡ-ара аэропорты футбол буйынса Европа Чемпионаты ҡунаҡтарын ҡабул иткәйне. Һауа гаванен реконструкциялауға ҡаҙна 800 миллион евро сарыф итте.

Аэропорт өсөн аяуһыҙ алыштар бер нисә ай дауам итте һәм ике яҡ өсөн дә символик мәғәнәгә эйә ине.

Иртә менән Донецк ҡалаһында ҙур фажиғә булған: троллейбус туҡталышындағы тыныс халыҡты утҡа тотҡандар. Кәм тигәндә, 13 кеше һәләк булған, 20-нән ашыуы тән йәрәхәттәре алған. Күбеһе бик ауыр хәлдә. Был факт буйынса ОБСЕ вәкилдәре тикшереү эше башланы. Утҡа тотоу Берлинда “норманд дүртәүе” сиктәрҙе билдәләү һәм ауыр ҡоралдарҙы артҡа күсереү хаҡында килешкәс булды.

ОБСЕ мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылдың апреленән башлап Донбасс конфликты ҡорбандары 5 меңдән ашыуға барып еткән, миллиондан ашыуы йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған.

Артиллерия утына тотолған Донецк өлкәһенең Макеевка ҡалаһы аяныслы хәлдә: тиҫтәләрсә бина йә юҡҡа сыҡҡан, йә емерелгән, шулар иҫәбендә шәхси йорттар ҙа бар.


Киев һәм ҡайһы бер көнбайыш илдәре Рәсәйҙе ополчениеға ярҙам күрһәтеүҙә ғәйепләй, Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙән баш тарта.

Комментариев нет:

Отправить комментарий