пятница, 23 января 2015 г.

Сомали: Төркиә президенты визиты алдынан, Магадишола теракт.


Магадишолағы терактҡа ҡарамаҫтан, төрөк лидеры Тайип Эрдоган шәмбегә планлаштырылған Сомалиға визитын кисектерергә ниәтләмәй. Кесе йома Төркиәнең махсус хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре (улар президент визитын әҙерләгән) урынлашҡан ҡунаҡхана янында мина һалынған автомобиль шартлатылған. Биш полицейский һәләк булған, тиҫтәләрсә кеше яраланған. Шартлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә “Әш-Шабаб” исламистар төркөмө үҙ өҫтөнә алған.

Магадишолағы хәлдәргә комментарий биреп, Эрдоган былай тине:

Әгәр улар быны ислам хаҡына эшләүҙәре хаҡында һөйләй икән...Мин мосолман...Исламда ундай нәмәләр юҡ...Беренсенән, мосолмандар үҙ-үҙҙәрен үлтерә алмай...Улар кемдәрҙе үлтерә? Башҡа мосолмандарҙы.. Был ислам түгел...Кешелек антисемитизмға, исламофобияға, расизмға, дискриминацияға һәм изге ҡиммәттәргә һөжүмгә ҡаршы аныҡ рәүештә уртаҡ позицияһын белдерергә тейеш.”

Хәбәр итеүҙәренсә, төрөк делегацияһынан берәү ҙә зыян күрмәгән.

Төркиә премьер-министры Әхмәт Дауыт улы Сомалиҙағы терактты баһаларға һәм уны төрөк граждандарына ҡаршы йүнәлтелгән тип белдерергә ашыҡмаҫҡа саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий