Бер
япон аманатының әсәһе “Ислам
дәүләте” төркөмө
боевиктарына балаһын азат итеүҙе һорап
мөрәжәғәт итте. “Минең улым ислам
динен тотоусыларға дошман түгел,”-тип
белдерҙе ул йомала үткән матбуғат
конференцияһында. Был көндө “Ислам
дәүләте”нең
Япония хөкүмәтенә ҡуйған ультматумының срогы үтте. Боевиктар, 200 миллион доллар
алмаған осраҡта, аманаттарҙы язалау
менән янағайны.
Журналист-фрилансер
Кэндзи Гото Африка һәм Яҡын Көнсығыштың
ҡыҙыу нөктәләрендә йыш эшләгән. Ул
бизнесмен дуҫы Харуно Юкаваны әсирлектән
ҡотҡарырға маташҡанда урланған.
Йома
көн Токио мәсетенә Японияның, Төркиәнең,
Филиппиндың һәм Һиндостандың 600 самаһы
мосолманы йыйылды. Улар аманаттарҙың
иреккә сығыуы өсөн доға ҡылды.
Һуңғы
көндәрҙә Япония властары әүҙем рәүештә
урлаусылар менән һөйләшеп килешергә
тырышты, әммә аманаттарҙың иҫәнлеген
раҫлаусы мәғлүмәттәр ала алманы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий