суббота, 24 января 2015 г.

Украина неонацистары Европа өсөн исламист-боевиктар һымаҡ уҡ ҡурҡыныс.


Париждағы теракттар фонында Европала исламист-боевиктар темаһы беренсе урында тора. Өҫтәүенә Сүриә һәм Иракка йүнәлеүсе кешеләр ағымы Украинаға юлланыусыларҙан күберәк. Әммә, емергес көс ҡулланыу өсөн, бер уң радикал да етә- "Андерс Брейвикты ғына иҫкә алайыҡ", -ти Huffigton Post. Уның фекере буйынса, Украина уң радикаль боевиктары хәүефе реаль нәмә- Европа быны үҙ елкәһендә татымаҫ тип өмөтләнергә генә ҡала.

Сит ил боевиктары” хаҡында һүҙ сыҡҡанда, ғәҙәттә Европа кешеһе сығышы менән Яҡын Көнсығыштан булған һәм мосолман динендәге 19-29 йәшлек ир-атты күҙ алдына килтерә. Тик башҡа уң радикалдар хаҡында ла, мәҫәлән, Украинанан ҡайтыусыларҙы ла уйларға кәрәк, ти ИноТВ, элекке полицейский һәм Европала уң радикаль экстремизмды тикшереүсе Льюис Бартон фекеренә таянып.

Бының иң сағыу миҫалы- “Азов”батальоны, тип иҫәпләй тикшеренеүсе. Был неонацистик төркөмгә байтаҡ сит ил кешеләре ингән. Уның байрағында- Икенсе Бөтә донъя һуғышында СС ҡулланған ҡара ҡояш символы. Авторҙың фекеренсә, төркөмдөң иң ҡурҡыныс атрибуты- инглиз телендә идеологик материалдар баҫылған социаль селтәрҙәге матур бит, ә был иһә унда ҡатнашырға теләүселәр һанын күбәйтә. 

Көнсығыш Европалағы сит ил боевиктары феномены яңы нәмә түгел- 1995 йылдағы Чечня конфликты ваҡытында улар регионға күпләп килде. Журналист фекеренсә, Украина уң радикалдары хәүефе Сүриәнән ҡайтҡан һуғышсы тыуҙырған хәүефтән айырыла. Бартон яҙыуынса, “Азов”батальонында, мәҫәлән, Швеция гражданины – швед армияһында 7 йыл буйы тәжрибә туплаған снайпер бар.

Үҙен этник милләтсе тип атаған һәм экстремистик ҡарашта торған бындай тжрибәле кеше үтә лә ҙур ҡурҡыныс тыуҙырырға мөмкин,”-тип иҫәпләй Льюис Бартон. Уның уйынса, конфликттың аяуһыҙлығы һуғышсының үҙенә лә йоғонто яһай. Мәҫәлән, “Айдар” батальонына берләшкән украин милләтселәре ғәләмәт күп енәйәттәр эшләгән- урлауҙар булһынмы, законһыҙ ҡулға алыуҙар булһынмы. Ундай боевикта посттравматик синдром башланыуы ихтимал, йәғни ул ниндәйҙер мәлдә тирә-йүндәгеләрҙе күпләп ҡыра башлауы мөмкин. Украинанан ҡайтҡан элекке боевик башҡаларҙы ла радикалләштереүе, аҙаштырыуы ихтимал. http://russian.rt.com/article/70418



Комментариев нет:

Отправить комментарий